Неделя родного языка в МОБУ СОШ №2 с. Кармаскалы
Март 3, 2025
Просмотров: 1289
Мәктәптә Башҡорт теле һәм әҙәбиәте аҙналығы
Халыҡ-ара туған тел көнө билдәләнгән көн Ҡырмыҫҡалы ауылының 2-се урта дөйөм белем биреү мәктәбендә Башҡорт теле аҙналығы осорона тап килде. Аҙналыҡ бик күңелле һәм ойошҡан рәүештә үтте. Юламанова Лена Вил ҡыҙы“ Фронтовик яҙыусылар”,Ғәлимова Зөбәржәт Минислам ҡыҙы “Башҡорт аты”,Сурағолова Гөлназ Радик ҡыҙы”Мин хәтерләйем!Мин ғорурланам!”, Талипова Зилә Дамир ҡыҙы“Тыуған ерем мөғжизәләре”, Моратова Зифа Дамир ҡыҙы “Минең яратҡан миҙгелем”,Сәғитова Гөлшат Рим ҡыҙы “Боҙбармаҡтар ниңә илай?”,Ишморатова Әлиә Илдар ҡыҙы “Беҙҙең батырҙар”темаһына асыҡ дәрестәр үткәрҙе.Уларҙың барыһы ла тиерлек Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналды .Уҡыусыларҙа тарихыбыҙға ҡыҙыҡһыныу уятыу, Ветерандарға ҡарата ихтирам тойғоһо тәрбиәләү, Бөйөк Еңеүҙә Башҡортостан кешеләренең өлөшө хаҡында һөйләшеү был дәрестәрҙең төп маҡсаты итеп ҡуйылды.Аҡбашева Рәүиә Барый ҡыҙы уҡыусылары менән режиссер Айнур Асҡаров төшөргән "Еңмеш" ҡыҫҡа метражлы фильмын ҡарауҙы ойошторҙо.
Сираттағы сарабыҙ – Халыҡ-ара туған тел көнө айҡанлы“Ҡырмыҫҡалы үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы” муниципаль автономлы мәҙәниәт учреждениеһы китапханасылары менән берлектә үткәрелгән “Тел-халыҡ күңеле” тематик сәғәте. Бында инде уҡыусыларға тел тураһында файҙалы мәғлүмәт бирелде, уҡыусылар викторина һорауҙарына яуап бирҙеләр, тел тураһында мәҡәлдәрҙе иҫкә төшөрҙөләр, йомаҡтарға яуап эҙләнеләр. Балалар туған телде һаҡлауҙа халыҡ ижадының ни тиклем ҙур әһәмиәткә эйә булыуын белделәр. Уҡыусылар өсөн бик ҡыҙыҡлы һәм бай эстәлекле сара булды.
”Уйна,ҡурай!” исемле кластан тыш сараға район үҙәгендәге балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы Хәйретдинов Фәиз Зәки улын Хәсәнова Гөлсинә Сәғит ҡыҙы ҡунаҡҡа саҡырҙы.Ул уҡыусыларҙы башҡорт халҡының һәм донъя халыҡтарының музыка ҡоралдары менән таныштырҙы,айырыуса ҡурай хаҡында һөйләне,төрлө көйҙәр уйнап ишеттерҙе.Ҡурайсының моңло сығышы һәр уҡыусының күңеленә хуш килде.
Шулай уҡ аҙналыҡ барышында башланғыс класс уҡыусылары араһында шиғыр һөйләүселәр конкурсы үткәрелде. Һәр кем үҙ башҡарыу оҫталығын күрһәтте.Балалар туған телдәрендә яратҡан шиғыр юлдарын хис-тойғоларға бирелеп, ихлас һөйләнеләр.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте аҙналығы ҡыҙыҡлы дәрестәре, фәһемле осрашыуҙары менән үтеп тә китте.Һәр көн күңелле һәм файҙалы булды,бөтә эштәрҙә лә уҡыусылар,уҡытыусылар ҙур теләк менән әүҙем ҡатнашты.